Translated into the Bashkir Language by Akhtyamov, Bulat and Gayfullina, Zulfiya
Фландрияла дала ҡыҙыл ут менән яна.
Әйтерһең лә беҙҙең ҡан
Сәскә булып ҡойолған.
Турғай һайрай һауала,
Тынып ҡалған дала ла.
Йашәнек беҙ, һөйҙөк һәм һөйөлдөк.
Ҡояш батҡанын һәм ҡалыҡҡанын күрҙек
Тик, ғүмерҙәр өҙөлдө ,
Ер ҡуйынына керҙек.
Утбашаҡты алып ҡулығыҙға
Һис төшөрмәй ; алға, көрәшкә!
Ә беҙ инде Фландрияла ятабыҙ,
Өстөбеҙҙә үсә ал сәскә.
Translated into the Bashkir Language by Nizam Iskhakov
Фландрия яланында.
Фландрияла, яландарҙа
Ҡыҙыл мәктәр баҙыҡ яна.
Тәре рәттәре аҫтында
Беҙ мәңгелеккә тынғанбыҙ.
Ҡоштар үрҙә һайрай ана.
Ә беҙ үлдек. Беҙ яраттыҡ -
Иҫкән елде тыңлап ҡына.
Инде яттыҡ Фландрияның
Яланына.
Инде хәҙер алырһың да,
Беҙҙең ҡулдағы ҡоралды,
Алға ҡуйып ғүмереңде,
Күтәрерһең байрағыңды.
Мәктәр ҡыҙыл яна. Ә беҙ
Мәңге уяу - Фландрияның
Яланында.